Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 18:34

Әсәһенең мәйетен баҙҙа тапҡан

Республикала шундай енәйәттәр ҡылына, хатта ҡот оса. Ошондай хәл Тәтешле районындағы Үрге Балтас ауылында булған.

Республикала шундай енәйәттәр ҡылына, хатта ҡот оса. Ошондай хәл Тәтешле районындағы Үрге Балтас ауылында булған.
15 йәшлек малай йорттарының баҙында 36 йәшлек әсәһенең мәйетен тапҡан. Баланың атаһына, 33 йәшлек иргә ҡарата кеше үлтереү факты буйынса енәйәт эше (Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһы) асылған.


Үҫмер йоҡонан уянғас, ғәзиз әсәһен тапмай. Ә атаһы ҡатындың эш буйынса китеүе хаҡында әйткән. Ләкин бала ышанмаған. Һөҙөмтәлә ул ҡәҙерле кешеһен баҙҙа тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын йән биреп өлгөргән. Малай ҡото осоп, ҡустыһын алып, күршеләренә сығып йүгергән һәм аҙаҡ килеп өй ишеген бикләгән. Әммә ир тәҙрәнән сығып ҡасҡан.


Енәйәтсене шул уҡ көндә ҡулға алғандар. Ир полицейскийҙарға спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы һәм ҡыҙғаныуы арҡаһында ҡатынды үлтерҙем, тигән.


Фото: www.ufa.kp.ru
Читайте нас: