Кисәге Хабаровск өлкәһендәге палаткалар лагерында сыҡҡан янғындың бәләкәй ҡорбандары һаны арта.
Өс ҡыҙға өҫтәп, дауаханалағы дүртенсе бала ла вафат булды. 10 йәшлек Леша Мартыненко ут тоҡанған палаткалағы ҡыҙҙарға һуңғы сиккәсә ярҙам итә. Бер зыян күреүсене һөйрәтеп сығып барғанда үҙенең дә сәсенә һәм тәненә ут ҡаба.
Табиптар барлыҡ көсөн һалһа ла, батыр малайҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны...