Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 21:29

Төркиәгә барып…

Отпуск мәленең иң ҡыҙған осоро. Халыҡ төрлө ерҙәргә сәйәхәт итеп, ял итеп ҡалырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял мәлендә лә күңелһеҙ хәлдәр осрап ҡына тора. Бөгөн Төркиәнең Анталия ҡалаһының Кемер районында туристарҙы тейәгән автобус юл транспорт фажиғәһенә осрай.

Унда 25 кеше зыян күрә, башлыса Польша һәм Норвегия туристары.

Рәсәйҙең Төркиәләге консуллығында белдереүҙәренсә, Рәсәй туристары ҡаза күрмәгән.

Ә бына июнь айында Төркиәнең Махмутлар ҡасабаһында беҙҙең илдән барған ирле – ҡатынлы бер парҙы машина тапап һәләк итә.

Уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк шул, сит ерҙә бигерәк тә.

Фото: russian.rt.com
Читайте нас: