Бөгөн берәй урынға йә булмаһа эшкә ашыҡҡан саҡта күптәребеҙ такси саҡыртыуҙы хуп күрә, уңайлы бит, ултырҙың да киттең. Әгәр ҙә ҡунаҡта бер аҙ хәмер йәки араҡы эсһәң инде, халыҡ теле менән әйткәндә, "йәшел күҙле" машина һине теләгән ереңә еткереп ҡуя.
Әлбиттә, беҙ бөгөн рәхәт донъяла йәшәйбеҙ. Әммә такси водителе лә һәр ваҡыт һинең "яҡын дуҫың" булмай килеп сыға. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһынан бер ханымды такси водителе талай. Был турала "Мәскәү" ҡала телеканалы агентлығына Мәскәү ҡалаһының Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән.
Ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та хәл 22 июль көнө теркәлгән. Полицияға Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе 1981 йылғы ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, ул йомошон үтәү өсөн такси саҡырта. Әммә салонға инеп ултырғандан һуң, таксист бысаҡҡа оҡшаған тимер әйбер менән ҡатынды ҡурҡытып, баш ҡаланың Теплый Стан урамында ханымдың 12 мең һум аҡсаһын, ҡиммәтле кеҫә телефонын тартып ала. Аҙаҡ яҡлауһыҙ ҡатынды машинанан этеп сығара ла үҙе ваҡиға урынынан тиҙ генә һыпырта. Мәскәү ҡатыны белдереүенсә, дөйөм зыян 37 мең һум тәшкил иткән.
Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, полиция хеҙмәткәрҙәре яуыз ниәтле такси водителен эҙләй. Бына һиңә, мә. Кемгә ышанырға, хәҙер такси саҡыртыуы ла ҡурҡыныс була бара түгелме, йәмәғәт.