Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2019, 21:00

1 августан тормошобоҙ үҙгәрә...

Барыбыҙҙың да тормошона ҡағылған закон проекттары 1 августан ғәмәлгә инә.

Барыбыҙҙың да тормошона ҡағылған закон проекттары 1 августан ғәмәлгә инә.


Беренсенән, эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 244 һумға индексациялана. Тупланған балдар, оклад күләме һәм стажға ҡарап иҫәп-хисап эшләнәсәк. Икенсенән, коммуналь түләүҙәр квитанцияһында милекте страховкалау тураһында яңы графа барлыҡҡа киләсәк. Түләү мотлаҡ түгел.


4 августан яңы автомобилдәрҙе рәсми дилер эргәһендә үк иҫәпкә ҡуйырға мөмкин. Күп функциялы үҙәктә бер тәҙрә принцибы менән теркәлергә була. Яңы автомобилдәр өсөн һан һәм хәрефтәр йыйылмаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тәғәйенләй, ә номер билдәләрен аккредитация алған шәхси фирмалар эшләйәсәк.


19 августан сик аша биш килограмдан да күберәк еләк-емеш, йәшелсә сығарыу тыйыла, сәскә гөлләмәһе лә өсәүҙән артмаҫҡа тейеш.

21 августан спиртлы эсемлектәр һаҡланған складтарҙың башҡа хужалыҡ биналарынан айырымланыуы мотлаҡ. Өҫтәүенә дымлылыҡты һәм һауа температураһын билдәләүсе приборҙар менән йыһазландырылыуы шарт.


Айҙың башынан Милектең берҙәм дәүләт реестрындағы яҙыуға үҙгәрештәр индергәндә түләнеүсе дәүләт һалымы түләү ғәмәлдән сыға. Был ипотека каникулдары алырға теләгәндәргә ҡағыла (әле һалым күләме – 200 һум).


Фото: mail.ru
Читайте нас: