Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2019, 22:17

Рамзан Ҡадировтың һаҡсыһы кем?

"Бөгөндән миңә бер нәмә хаҡында ла борсолорға кәрәкмәй. Минең донъяла уға тиң булмаған профессиональ һаҡсым бар", - тип яҙған төбәк башлығы инстаграммда.

Фото:islam-today.ru
Фото:islam-today.ru
Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров үҙенә һаҡсы итеп алты йәшлек Магомед Эми Ғәзиевты эшкә алған.
Малай төбәк етәксеһенең һаҡсыһы булырға хыялланған. Тиҙҙән атай-әсәйҙәре социаль селтәргә уның теләге хаҡында һөйләгән видеояҙма урынлаштыра һәм уны күреп ҡалған Ҡадиров Ғәзиевтың ниәтен бойомға ашыра.
"Бөгөндән миңә бер нәмә хаҡында ла борсолорға кәрәкмәй. Минең донъяла уға тиң булмаған профессиональ һаҡсым бар", - тип яҙған төбәк башлығы инстаграммда. Шунда уҡ һаҡсының әле йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу, тәүәкәл һәм үҙенең кумирын һаҡлауға йәнен бирергә әҙер булыуын белдергән.
Һаҡсыға Әхмәт Ҡадиров фондынан амуниция һәм махсус кейем бирелгән, ә уйынсыҡ ҡорал балалар магазинынан алынған, куратор тәғәйенләнгән.
Читайте нас: