Санкт-Петербург ҡалаһының Невский район суды, присяжныйҙарҙың ҡарарына нигеҙләнеп, 16-сы ҡаттан һөйгән ҡыҙын ырғытҡан иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ҡулға алыныусы ғәйебен танымаҫҡа тырыша, әммә суд әһелдәре уның енәйәт ҡылыуын иҫбатлай ала.
Суд материалдарынан күренеүенсә, енәйәт көнләшеү һөҙөмтәһендә ҡылына. Ярһыған ир әрләшкәндән һуң ҡыҙҙы туҡмарға керешә, аҙаҡ аңын юғалтҡан һөйгәнен тәҙрәнән ырғыта. Кеше үлтереүсе туғыҙ йылға иркенән мәхрүм ителде, ошо ваҡытты ул ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Өҫтәүенә ҡыҙҙың ата-әсәһенә өс миллион һум аҡса түләргә бурыслы.