Йәмғиәт
26 Июль 2019, 13:00

“Башҡорт ихаталары” Ҡыҙылъярға килде

Йәшәгән еребеҙ йәмләнәсәк.

Йәшәгән еребеҙ йәмләнәсәк.
Быйыл республикабыҙҙа халыҡтың күптән көткән теләге тормошҡа ашырыла башланы. Йорттарҙың тирә-яғын, ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” программаһына “йәшел ут” бирелде.
Маҡсаты билдәле инде – граждандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, һәр кем өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу. Программаны тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан – 94, муниципаль берәмек бюджетынан – биш, ә күп фатирлы йорт хужаларынан бер процент күләмендә аҡса йүнәлтелә.
Быйыл, программаға ярашлы, 400-ҙән ашыу ихата төҙөклән­дерелеп, күп ғаиләләрҙең кәйефен күтәрәсәк. Ә 2024 йылға тиклем өс меңгә яҡын ихата өр-яңы төҫ аласаҡ, тигеҙ юлдар, уңайлы тротуарҙар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, аллы-гөллө сәскә түтәлдәре ҡалҡып сығасаҡ.
Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында ла ошо йүнәлештә дәррәү эш башланған инде. Нуриманов исемендәге һәм Совет урамдарында юлдарға асфальт һалыу эше ҡыҙыу барған ваҡытҡа тап килдек.
– Халыҡ бик һөйөнөп ҡабул итте был программаны, – тине район хакимиәтенең торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе Александр Иплаев. – Республика ҡаҙнаһынан 3,5 миллион һум аҡса бүленде.
– Ә ниндәй эштәр ҡаралған программала?
– Хәүефһеҙ резина япма тү­шәлгән уйын майҙансығы, спорт май­ҙансығы, контейнер өсөн урын, йәшелләндереү, туҡталҡа, мәғлү­мәт стенды мотлаҡ булырға тейеш. Өҫтәүенә ихаталарҙың яҡтырты­лыуына ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ.
Быйыл 1 ноябргә тиклем алты йорттағы ун подъезды ремонтлап тапшырырға тейешбеҙ. Беренсе этапты уңышлы тамамланыҡ, ике йорттоң дүрт подъезында эш бөттө. Үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, баһаларға теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ!
– Илле йыллыҡ тарихы булған йортта тәүге тапҡыр шундай яҡшы ремонт яһалды. Бик ҡәнәғәтбеҙ, – тип ҡаршы алды беҙҙе Резеда Хөбиттова. – Ағас тәҙрәләр йүнләп ябылмай ҙа ине – пластикка алмаштырҙылар, подъезда эске ишек бер ҡасан да булманы – яңыһын ҡуйҙылар. Иҙәнебеҙҙә хәҙер өр-яңы плитәләр, стеналарҙы ике тапҡыр йәмле йәй төҫөнә – йәшелгә буянылар. Хәрәкәт ыңғайына янып китә торған лампочкалар ҡуйылды. Хөрриәт хәҙер, ҡәҙерен белеп йәшәргә генә кәрәк. Ялт итеп торған подъезды тәртиптә тотоу, йыуыу һис тә ҡыйын түгел.
Ә был Колхоз урамындағы ике ҡатлы йорттоң тышҡы яғын һәүәҫкәр рәссамдың оҫта ҡулдары менән төшөрөлгән һүрәттәр биҙәгән.
– Подъездар тәртипкә килте­релгәс, халыҡтың кәйефе лә күтә­релеп китте. Бөгөн ошо йорт иха­таһында “Күршеләр көнө” үткәрелә, ауыл буйлап сағыу иғландар элен­гәс, байрамға килеүселәр күп булыр, моғайын, – тине Александр Иплаев. – Беренсе подъезда бик әүҙем ханым йәшәй, вазифаһы буйынса судья, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәгән ерҙәренән ҡайтып төплән­деләр. Бөтә ҡыҙыҡлы йәмәғәт эштәрен, конкурстарҙы ошо Алла Гәрәева ойоштора ла инде.
Етди йөҙлө, ҡәтғи һүҙле итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгән Фемида вәкиле алсаҡлығы менән күңелдәрҙе тиҙ яуланы.
– Шул тиклем матур, күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ сара буласаҡ! “Әйҙәгеҙ, танышайыҡ!” тип атала байрамыбыҙ. Аш-һыу әҙерләү конкурсы, уйындар, викториналар, “Һабын күбектәре” тип аталған шоу, концерт буласаҡ. Өҫтәүенә сәләмәтлеге буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән 21 бала ҡунаҡҡа киләсәк. Һәр береһенә бүләктәр ҙә, йылы һүҙҙәр ҙә етерлек. Вә­ли­йән Әкрәм улы, ғәҙәттәгесә, былауын бешерер, татлы “мамыҡ”, “попкорн”дарын алып килеп һыйлар, Пионерҙар йорто ла ихатабыҙға йыр-моң менән аяҡ баҫасаҡ, – тип теҙҙе генә Алла Сергеевна.
– Байрамға ҡалмайһығыҙмы инде? – тип аҙарынды ул, беҙҙең башҡа эштәр барлығын белгәс. – Улайһа, әйҙәгеҙ, беҙҙең сыйырсыҡ ояларын ҡарап китегеҙ! Һәр береһе – бәләкәй генә сәнғәт өлгөһө. Үҙе­беҙҙең судта эшләгән хеҙмәткәрҙә­ребеҙ менән балалар ҡатнаш­лығында быйыл 91 оя яһап элдек. Етәксебеҙ Ринат Хәмиҙуллин бөтә башланғыстарыбыҙҙы хуплап торғас, дәрт-дарманыбыҙҙы егеп, эшкә тотонорға ғына ҡала…
Бындай ут кеүек етеҙ, тилбер, егәрле күрше-күлән булғанда, төҙөкләндерелгән ихаталарҙа яңы тормош ҡайнарына, матур ҡиммәттәр һаҡланырына өмөт бар.
Нуриман районы,
Ҡыҙылъяр ауылы.
Читайте нас