Йәмғиәт
26 Июля 2019, 07:20

“Һеҙҙең кеүек ғаиләләр менән ғорурланабыҙ”

Был аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дәүләкәндә булды. Ул ҡалала төҙөкләндереү эше барышы менән танышты, “Башҡортостан ихаталары” программаһы үтәлешен тикшерҙе, сәнәғәт предприятиеларында булды һәм Шабалиндар ғаиләһенә инеп сыҡты.

Был аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дәүләкәндә булды. Ул ҡалала төҙөкләндереү эше барышы менән танышты, “Башҡортостан ихаталары” программаһы үтәлешен тикшерҙе, сәнәғәт предприятиеларында булды һәм Шабалиндар ғаиләһенә инеп сыҡты.


Сәфәр ҡаланың Садовый урамында урынлашҡан скверҙы төҙөкләндереү барышын ҡарау менән башланды. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, халыҡтың һорауы һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, бында 300 метр оҙонлоғонда йәйәүлеләр өсөн биләмә булдырылған, яҡтылыҡ һуҙылған, бәләкәй һуҡмаҡтар һалынған.


Артабан, планға ярашлы, скверҙа фронтовик, Советтар Союзы Геройы, урындағы мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры Владимир Ферапонтовтың бюсы ҡуйыласаҡ. Радий Хәбиров проектты ыңғай баһаланы, биләмәне төҙөкләндергәндә газондар яһау, юлдарға асфальт һалыу ҙа кәрәк, тигән фекерен белдерҙе.


“Башҡортостан ихаталары” програм­маһының тормошҡа ашырылыуы менән төбәк етәксеһе ҡаланың Карл Маркс һәм Высоковольтная урамдарында танышты. Быйыл программа сиктәрендә 24 йорт урынлашҡан һигеҙ ихата төҙөкләнде­релергә тейеш. Был маҡсатта 20 миллион һум самаһы аҡса тотоноласаҡ.


Карл Маркс урамында йәшәгән кешеләр Радий Хәбиров менән аралашҡан саҡта ремонт барышы менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Уларға проект тураһында башта бер нимә лә әйтмәгәндәр, шулай уҡ эштәр сифатһыҙ башҡарылған. Был ихатала йәшәгәндәр заманса балалар майҙансығы, туҡталҡа биләмәһенең юҡлығына, ихатаның сүп-сарға батыуына зарланды.


Радий Фәрит улы белдереүенсә, яҡын арала уларға республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев киләсәк. Һәм халыҡ менән осрашып, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш башланасаҡ.


Высоковольтная урамындағы төҙөк­ләндереү эштәре лә шыма ғына бармай. Бында, аҡса етмәү сәбәпле, эштәрҙе ике этапта башҡарырға булғандар. Быйыл ихата эсендәге юлдарҙы ҡырсынташ менән ҡаплау, канализация торбаларын алмаштырыу һәм тротуар һалыу ҡаралған. Ҡалған эштәр икенсе йылғаса кисектерелгән.
– Тәртип мотлаҡ буласаҡ. Был эштә иң мөһиме – халыҡ менән аралашыу. Ремонтҡа аҡса етмәһә, беҙ өҫтәйәсәкбеҙ. Программаны финанслауҙы арттыра­саҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
“Сандра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә республика етәксеһе балалар аяҡ кейемен етештереү менән танышты һәм төбәктең еңел сәнәғәтенә ярҙам итеү юлдарын ҡараны.
Фабрика директоры Любовь Буланова белдереүенсә, тауарға хаҡтың түбән булыуы сәбәпле, ул Рәсәй генә түгел, хатта БДБ илдәрендә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Тик бының кире яғы ла бар – хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы бигерәк түбән. Ни бары 13,5 мең һум ғына алалар.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Хөкүмәттә был турала беләләр һәм ошондай производстволарға ярҙам итеү өсөн махсус саралар әҙерләнә. Яҡын арала был турала етештереүселәрҙең үҙҙәре менән фекер алышыу буласаҡ.
Нефть газы ҡорамалдарын етештереү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән “Нефтемаш” предприятиеһында республика етәксеһе етештереү технологияһы менән танышты һәм яңы цехты ҡарап сыҡты.
Бында эшләнгән тауар шулай уҡ Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Генераль директор Константин Андреев белде­реүенсә, станоктар паркын алмаштырыу, производствоны яңыртыу һәм уйланыл­ған кадрҙар сәйәсәте арҡаһында “Нефтемаш” нефть ҡорамалдары етештер­гән предприятиелар араһында алдынғы­лар рәтендә килә. Быйыл сығарылған тауарҙың хаҡы 522 миллион һумға еткән.
Дәүләкәндә Радий Фәрит улы ун бала тәрбиәләгән Шабалиндар ғаиләһенә ҡунаҡҡа ла инеп сыҡты. Унынсы ҡыҙҙары Устинья быйыл февралдә тыуғайны. Моғайын, күптәр был ғаиләнең тарихын хәтерләйҙер. Светлана унынсы балаһын табырға тип баш ҡалаға Республика клиник дауаханаһына килә, тик уны ҡабул итмәйҙәр һәм башҡа дауаханаға ебәрәләр. Был турала ҡатын социаль селтәрҙә Радий Хәбировҡа белдерә. Төбәк етәксеһенең ҡушыуы буйынса мәсьәлә тиҙ арала хәл ителә һәм ҡатын теләгән ерендә ҡыҙын таба.
Әле Шабалиндар ғаиләһендә биш малай һәм биш ҡыҙ үҫә. Өлкән улдары Данил техникумда уҡый, ҡыҙҙары Варвара – спортсы. Арсений улдары вокал менән шөғөлләнә, Пелагея I класты тамамлаһа, Василиса быйыл саҡ уҡырға барасаҡ. Ярослав, Ульяна һәм Тимофей балалар баҡсаһына йөрөй, ә Савелий менән Устинья әлегә әсәләре менән өйҙә.
Ғаилә башлығының тыуған ере Башҡортостанға улар 2008 йылда күсеп ҡайта. Әсәлек капиталына ике хужаға иҫәпләнгән йорттоң яртыһын һатып алып, аҙаҡ уға төкәтмә төҙөйҙәр. Хәҙер малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым бүлмәләрҙә йәшәй, ихатала ҙур булмаған балалар майҙансығы бар.
Радий Фәрит улы Светлана һәм Вячеслав менән аралашты, уларға балалар тәрбиәләүҙә уңыштар теләне, кәрәкле ярҙам тураһында һорашты. “Республика һеҙҙеке кеүек ғаиләләр менән ғорурлана”, – тине ул.
Читайте нас