Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 13:17

“Фейкньюс”тан һаҡ булығыҙ!

”Инфорум”да ваҡытлы матбуғат ҡына түгел, телевидение журналистары ла бар. Рафиҡ Әхмәтшин Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Мәғлүмәт тапшырыуҙары” мөхәрриәтендә хәбәрсе булып эшләй.

”Инфорум”да ваҡытлы матбуғат ҡына түгел, телевидение журналистары ла бар.


Рафиҡ Әхмәтшин Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Мәғлүмәт тапшырыуҙары” мөхәрриәтендә хәбәрсе булып эшләй.


– Журналист тормош уртаһында ҡайнап йәшәй, уға йыш ҡына алғы һыҙыҡта булырға тура килә. Ә һуңғы осорҙа мәғлүмәт менән эшләгәндә байтаҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Яңы закондар ҡабул ителде, заманса эш алымдары үҙләштерелә. Бына ошо заман менән бергә атлау өсөн яңылыҡтарҙың барыһын белеп барырға кәрәк. Шуға ла “Инфорум”ды үҙем һәм коллегаларым өсөн файҙалы сара тип уйлайым. Беҙ ҙә, табиптар кеүек, белемебеҙҙе камиллаштырырға тейешбеҙ. Ялғанды хәҡиҡәттән айырып өйрәнергә кәрәк, сөнки мәғлүмәт күплеге дәүерендә төрлө ялған яңылыҡтар ҙа килеп сыға. “Фейкньюс” тип атала ул.


Мәғлүмәт даръяһында дөрөҫлөккә тура килгәнен генә сүпләп алырға өйрәнергә кәрәк.


Автор фотоһы.
Читайте нас: