Әлеге мәлдә Өфөлә Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығына арналған "Инфорум"ға журналистар, ҡәләм оҫталары йыйылды.
"Ағиҙел" һәм "Һәнәк" журналдарының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаевтан ошо сара хаҡында фекер уртаҡлашыуын һораныҡ.
Ул: "Бөгөн бөтә донъя электрон мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙалана. Әлеге мәлдә халыҡтың ниндәй мәғлүмәткә өҫтөнлөк биреүен өйрәнеү бара. Журналистар үҙҙәре лә эҙләнә. Мәғлүмәт – иң үтемле тауарҙарҙың береһе. Ябай ғына итеп әйткәндә, беҙ уны ҡулланыусыға һатабыҙ. Беҙ – мәғлүмәт етештереүсе һөнәр эйәләре.
Ҡайһы бер материалдарҙың "һорғолтораҡ" булыуы ла ғәжәпләндермәһен. Мәғлүмәт етештереүсе лә, ҡулланыусы ла өйрәнеү осоро кисерә. Әгәр ҡулланыусы кисә нимә уҡыуын бөгөн хәтерләмәй икән, ошонан сығып та һығымта яһап була. Журналистиканың бөгөнгө тәьҫир итеү көсөн дөрөҫ файҙалана беләйек, – тине.