Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 17:15

Күҙ асып йомған арала етем ҡала...

Волгоград өлкәһендә Пермь крайынан йәш ғаилә үҙ автомобилендә йылы яҡҡа ял итергә китеп барғанда юл-транспорт фажиғәһенә осрай.

Волгоград өлкәһендә Пермь крайынан йәш ғаилә үҙ автомобилендә йылы яҡҡа ял итергә китеп барғанда юл-транспорт фажиғәһенә осрай.
29 йәшлек Оксана һәм уның ире Дмитрий Тарасовтар шунда уҡ һәләк була.Биш йәшлек ҡыҙҙары күҙ асып йомған арала етем ҡала. Әле ул тән йәрәхәттәренән дауалана.


Фәжиғәлә Башҡортостан кешеһе ғәйепле, тип фаразлайҙар. Ул “Тойота” автомобилендә хәүефле хәрәкәт яһай, һөҙөмтәлә “Киа”ны ҡаршы һыҙатҡа “этеп” сығара. ”Киа” автобусҡа бәрелә.


Ир фажиғә урынынан ҡаса. Тик 10 саҡрым үткәс кенә уны туҡтатып алалар, ләкин ул ғәйебен танымай.


Фото: В1.ru
Читайте нас: