Йәмғиәт
26 Июль 2019, 10:50

Кешеләр, һеҙгә ни булды?..

Мәскәү эргәһендәге Раменское ҡалаһында булған ваҡиға һәр кемде тетрәндерерлек. Көпә-көндөҙ уйын майҙансығында балаһы менән йөрөгән 25 йәшлек ҡатынға бер ир бысаҡ менән егерме тапҡырҙан ашыу сәнскән.

Мәскәү эргәһендәге Раменское ҡалаһында булған ваҡиға һәр кемде тетрәндерерлек. Көпә-көндөҙ уйын майҙансығында балаһы менән йөрөгән 25 йәшлек ҡатынға бер ир бысаҡ менән егерме тапҡырҙан ашыу сәнскән.


Табиптар килгәнсе үк ҡатын йән бирә. Тәфтишселәр ирҙең шәхесен асыҡлаған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡот осҡос хәлгә шаһит булған баланы дауаханаға оҙатҡандар. Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә, ир кеше элегерәк был ҡатын менән бергә йәшәгән булырға тейеш. Тикшереү эше дауам итә, тиҙәр Мәскәү өлкәһенең Тәфтиш комитетында.


Фото: ТАСС
Читайте нас