Сираттағы кәңәшмәлә Өфө мэры Өлфәт Мостафин, баҡсасыларға, пенсионерҙарға үҙҙәре үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә менән урамда һатыу итергә рөхсәт бирҙе.
Әле уңыш өлгөргән мәл, уның әрәм булыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк, тип иҫәпләй ул. "Әбей-бабайҙар хәләл көсө менән үҫтергән продукцияһын һатһын, уларҙы тыйыу кәрәкмәй, бары тик махсус урындар булдырыу мотлаҡ", - тине ҡала етәксеһе.
Ә бына көньяҡ алыпһатарҙарына рөхсәт ителмәгән ерҙәрҙә сауҙа итеү элеккесә тыйыла.