Бөгөн Ауырғазы районы хакимиәтенең ҙур залында район Советының 26-сы ултырышы үтте. Шуныһы әһәмиәтле: ул беренсе тапҡыр башҡорт телендә алып барылды.
Муниципаль район советының 4-се саҡырылыш ултырышы эшендә, депутаттарҙан тыш, район Советы рәйесе М.Ш. Хоҙайбирҙин, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Сараны район Советы рәйесе Миңнулла Шәйхелислам улы саф башҡорт телендә матур итеп алып барҙы. Көн тәртибендә – Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Ауырғазы районы бүлегенең беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса отчет һәм Михайловка, Төрөмбәт ауыл биләмәләре хакимиәте башлыҡтарының ауыл биләмәләрендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм көнкүреш енәйәттәрҙе профилактикалау буйынса эшмәкәрлеге тураһында сығыштары.
Беренсе һорау буйынса һүҙ полиция подполковнигы К.В. Павленкоға бирелде. Ул райондағы енәйәтселек, хоҡуҡ боҙоуҙар менән таныштырып үтте. Артабан Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н.З. Ҡоҙашев менән Төрөмбәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Т. Мөхәмәтшин үҙ биләмәләренә ҡараған ауылдарҙағы хәл-торош тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был ике ауыл биләмәһенә күберәк башҡорт ауылдары ҡарай.
Беренсе тапҡыр республиканың аҫаба милләте телендә үткән район Советы ултырышы уңышлы булды, тиһәк тә хата түгел. Ауырғазыла күп милләтле халыҡ йәшәүен иҫәпкә алғанда, барыһы ике дәүләт телен дә яҡшы белә тип әйтеп булмай. Шулай ҙа башланғыс бар.
Район Советы рәйесе Миңнулла Хоҙайбирҙин: “Бөгөнгө сараны башҡорт телендә алып барыуыбыҙға ыңғай ҡараштамын. Был ғәмәлгә инергә тейеш. Районыбыҙҙа күп милләтле халыҡтар йәшәй. Беренсенән, уларҙың барыһының да теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам менән ҡарайым. Икенсенән, башҡорт теле дәүләт теле булғас, уны белергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, күп тел белеү кешенең интеллектын үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен арттыра, төрлө халыҡтарҙың тормошона, йола-ғәҙәттәренә толерант булырға өйрәтә. Туған телде үҫтереү, пропагандалау йүнәлешендә мөһим сара был. Киләсәк өсөн дә әһәмиәтле. Йәштәр телдең нескәлектәрен, уның моңлолоғон белеп, өйрәнеп үҫергә тейеш. Үҙебеҙ өсөн дә кәрәк. Мин китаптар һатып алдым, телде ныҡлап өйрәнергә теләйем”, – тине.
Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нил Ҡоҙашев: “Төп ҡыйынлыҡ ваҡыт табыу булды, шулай уҡ башҡортса сығыштар буйынса практиканың аҙлығы. Район ултырыштарында русса аралашыуға, документ, протоколдарҙы ла русса алып барырға күнеккәнбеҙ. Ҡайһы бер етәкселәр телде белмәй. Уларҙың һинең сығышыңды аңламауын белеп тороуы ситенерәк, әлбиттә”, – тип белдерҙе.
Эйе, бындай ҡыйынлыҡ бар. Бәлки, телде белмәүселәр өсөн синхрон тәржемә булдырыу вариантын күҙ уңында тоторғалыр?!