Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 19:15

Ҡырағай йәнлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһына

Мәскәү егете Влад Горбачев Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын “Дәүләт һәм муниципаль идара итеү” белгеслеге буйынса тамамлаған.

Мәскәү егете Влад Горбачев Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын “Дәүләт һәм муниципаль идара итеү” белгеслеге буйынса тамамлаған.


Аҙаҡ ул Ҡырағай йәнлектәр фондына эшкә төшкән. Тик егет фондта һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларында эшләгәс, тәбиғәт темаһы, йәнлектәр донъяһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлаған. Һөҙөмтәлә ул социаль селтәрҙәрҙә ошо темаға яҙыша. Хәҙер уның “Бәйләнештә” – 68 мең, “Яндекс. Дзен”да 42 мең ҡулланыусыһы бар.


– Социаль селтәрҙәрҙә эшләү ҡыҙыҡ та, һөҙөмтәле лә, – ти ул. Ул “Инфорум”да журналистарға интернет аша мәғлүмәт таратыу хаҡында ла һөйләне.


Автор фотоһы.
Читайте нас: