Үткән быуаттың 90-сы йылдарында “Мөхәббәт ҡалаһы” приюты төҙөүе тураһында иғлан итеп, ул илдә ҙур хөрмәт һәм дан ҡаҙана. Тик тикшереү асыҡлауынса, балалар әсәнең ҡулында байығыу өсөн уңайлы ҡорал ғына була. Приютта вафат булғандарын йәшереү өсөн ул ялған документтар эшләй, улар өсөн социаль түләүҙәрҙе алыуын дауам итә. Һуңғы дүрт йыл эсендә “Мөхәббәт ҡалаһы” иҫәбенән үҙ кеҫәһенә 89 мең доллар аҡса күсерә.