Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә етди юл-хәрәкәте ваҡиғаһы булды.
”Лада” автомобиле водителе, техникаға идара итеүҙе юғалтып, юғары тиҙлектә юлдан ситкә оса һәм тимер-бетон бағанаға килеп бәрелә. Электр бағанаһы ергә ҡолай, ә машинанан тимер киҫәктәре генә ҡала.
Шаһиттарҙың әйтеүенсә, машина юғары тиҙлектә елгән, спидометры 200 километр/сәғәт күрһәткесендә туҡтап ҡалған. Автомобилдә егерме йәш тирәһендәге өс егеттән тыш, 17 йәшлек үҫмер ҙә булған.
Бәләгә тарығандарҙың икәүһе комала, береһе Өфөләге дауаханаға оҙатылған. Пассажирҙарҙың берәүһе – район дауаханаһында. Уларҙың яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ, егеттәр иҫән-һау була күрһен.