– Был йолаға мин славян халыҡтарынан өйрәндем. Ҡурсаҡ – ул бетеү. Уны мотлаҡ күҙһеҙ эшләргә кәрәк, сөнки кешегә фәҡәт күҙ аша ғына күҙ тейә, тип иҫәпләй улар, – ти Нәзирә Ғәләүетдинова.
Ул Ҡырмыҫҡалы пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йортонда педагог булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа төрлө халыҡтарҙың ҡурсаҡтарын эшләргә өйрәнгән.
“Журфест” фестиваленә ул ҡурсаҡ эшләү өсөн туҡымалар алып килгән. Сарала ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән ҡурсаҡ эшләне.
Славян ҡурсаҡтарын өйҙәренә бетеү итеп алып ҡайтып китеүселәр үҙҙәренә бәрәкәт, ырыҫ, өй ҡото саҡырыусы ҡурсаҡҡа эйә булды, тип иҫәпләй Нәзирә ханым.