Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2019, 16:40

Йәш ярымлыҡ бала… тәҙрәнән осоп төшкән

Ер йөҙөндә мөғжизә бармы?

Ошо аҙнала Стәрлетамаҡта йәш ярымлыҡ бала бишенсе ҡаттан асыҡ тәҙрә аша осоп төшә.

Был хәл Цементсылар урамындағы йортта була. Бәхеткә күрә, ниндәйҙер мөғжизә менән сабый иҫән ҡала. Әле бала дауаханала, баш мейеһе һелкенгән.


Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре күп иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, москит сеткаһына ышанып, тәҙрә аша ергә ҡолау осраҡтары йыш күҙәтелә.


Башҡортостанда июнь айының һуңғы аҙналарында ғына ошондай 12 осраҡ теркәлгән, өсөһөндә балалар зыян күргән.
Ата-әсәләр бәләкәй балаларының ғүмере өсөн яуаплы, шуға күрә сабыйҙарығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Уларҙы хәүефле хәлдә ҡалдырған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Фото: Bashinform.ru