Йәмғиәт
27 Июль 2019, 11:19

Ҡырмыҫҡалы районында журналистар атышҡан!

Уҡтан атып ҡараған кеше түгелмен, әммә тотоп ҡарағаным бар…

– Беҙ уҡтан атыу бәйгеһе ойошторабыҙ, хәҙер этник спорт төрҙәренә иғтибар ҙур! – тип ҡаршы алды журналистарҙы Башҡортостан Республикаһы Туризм үҫтереү үҙәге ваҡиғалы маркетинг секторының баш белгесе Салауат Имелбаев.


Улар ”Журфест-2019” сиктәрендә ойошторолған был оҫталыҡ дәрестәрен Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең спорт буйынса бүлеге менән бергә үткәрә.


Уҡтан атып ҡараған кеше түгелмен, әммә уҡ- һаҙаҡты тотоп ҡарағаным бар. Спорт бүлеге начальнигы Вадим Ҡәнбәковтан дәрес алдым. Ҡыҙыҡлы был милли шөғөл! Әйткәндәй, һәр спорт төрөнөң үҙ ҡомары.

– Тәүге һынау өсөн бик яҡшы, – тип күңелде үҫтереп ебәрҙе Салауат Имелбаев.

Мәҡәлә яҙыу күпкә еңелерәк, тинем үҙемә. Шулай, һәр һөнәрҙең үҙ асылы. “Журфест” сараһында ҡәләм оҫтаһы булыуҙан бигерәк, сайтҡа, социаль селтәргә мәғлүмәт ебәреү оҫтаһы булырға кәрәк бит әле!


Автор фотоһы.
Читайте нас