Был һорауҙы биргәндәргә беҙ ошолай яуап ҡайтарабыҙ:
– Сөнки бөгөн бында Журналистар фестивале бара. Ысынлап та, хозур, йомарт Ҡырмыҫҡалы районы ҡәләм оҫталарының мәккәһенә әйләнде.
Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған ҡәләмдәштәр ижади оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты, төрлө спорт ярыштарында үҙҙәренең камиллығын, таһыллығын күрһәтте.