Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2019, 21:38

Юғалған балалар табылған

Билдәле булыуынса, үҫмерҙәр, һауа тултырмалы матрас алып, диңгеҙгә һыу инергә киткән...

Уҡыусыларҙың йәйге каникулы дауам итә. Үкенескә ҡаршы, балалар менән бәйле фажиғәле хәлдәр тәрән ҡайғыға һала, күңелде өшөтә.

Бөгөн Дағстанда бығаса хәбәрһеҙ юғалған 12,13,14 йәштәрҙәге балаларҙың мәйетен табылыуы хаҡында мәғлүм булды.

Билдәле булыуынса, үҫмерҙәр, һауа тултырмалы матрас алып, Каспий диңгеҙенә һыу инергә киткән, әммә кире әйләнеп ҡайта алмаған...

Хәүефһеҙлек саралары хаҡында бер минутҡа ла иҫтән сығармаһаҡ ине. Сабыйҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ.

Фото:1shop.lv
Читайте нас: