27 июлдә Октябрьский ҡалаһында киске сәғәт 11 тирәһендә 34-се микрорайон урамындағы йортта янғын сыҡҡан. Биш этажлы өйҙөң 3-сө этажын ут ялмап ала.
Унда йәшәгән йөҙләгән кешене урамға сығаралар, бөтәһе 99 кешене эвакуациялайҙар, шул иҫәптән 32 бала. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең оперативлығы арҡаһында янғын төнгө 1-се яртыла тулыһынса һүндерелә. Шулай ҙа, өсөнсө ҡаттағы ике фатирҙың ишектәре, иҙәндәре, түбәләре янған.
Янғындың сәбәптәрен билдәләйҙәр.