Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2019, 14:57

Байҙар һәм ярлылар араһы күпме?

Елена Егорова Рәсәйҙә йәшәүсе байҙар һәм ярлылар араһындағы айырмаға баһа бирҙе.

Фото:freepng.ru
Фото:freepng.ru
Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад академияһының төбәк үҫешен тикшереү ысулдары лабораторияһы мөдире Елена Егорова Рәсәйҙә йәшәүсе байҙар һәм ярлылар араһындағы айырмаға баһа бирҙе.
Билдәләүҙәренсә, бай һәм ярлы халыҡ араһындағы айырма 2000 йылдан 34 тапҡырҙан 13 тапҡырға тиклем кәмегән. Юғары эш хаҡы алғандар менән түбән эш хаҡы алғандарҙың килемдәрендәге айырма 2005 йылдан ҡыҫҡара башлаған. Ул ваҡытта күрһәткес 25 тапҡырға түбәнәйә. Елена Егорова әйтеүенсә, айырма кәмеү тенденцияһы артабан да һаҡланасаҡ әле. Уның фекеренсә, Рәсәйҙә эш хаҡтары йәшәү минимумынан да кәм булғандарҙың аҙая барыуы быға йоғонто яһай.
Читайте нас: