Бөйөк Британияла Джеймс Барси менән Эми Уильям өйләнешкәс, икеһе лә бер үк дауаханала, бер көндә донъяға ауаз һалғанын белә.
Бынан тыш, уларҙың тағы шаҡтай уртаҡ яҡтары бар икән. Кейәүҙең дә, кәләштең дә игеҙәктәре бар. Йәштәрҙең атай-әсәйҙәре лә 1995 йылда Клитеро ҡалаһындағы дауаханаға, бала тыуғанға тиклемге дәрестәргә бергә йөрөгән. Ғаилә бер-береһенән бер нисә километр алыҫлыҡта йәшәгән. Әммә йәштәр өлкән кластарҙа ғына танышҡан. Урала аралаша башлай, университеттың һуңғы курсында өйләнешкән. Икеһе лә табип дипломы алған.