Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2019, 15:54

Был беҙҙең әсәй түгел бит

Евгения Плотникованың әсәһе 15-ендә баҡыйлыҡҡа күсә, ә ерләүҙе 20-һенә билдәләгәндәр...

Фото: gardencentre.ru
Фото: gardencentre.ru
Мурманск өлкәһенең Апатит-Киров дауаханаһында туғандарына мәйеттәрҙе тапшырған саҡта биркаларҙы бутағандар һәм шул арҡала өс мәйеттең икәүһен яңылыш ерләгәндәр.
Был хатаны вафат булған кешенең ғаиләһе белеп ҡала. Евгения Плотникованың әсәһе 15-ендә баҡыйлыҡҡа күсә, ә ерләүҙе 20-һенә билдәләгәндәр. Уға моргта әсәһенән 20 йәшкә өлкән ҡатынды күрһәтәләр. Улар был мәйет таныш кешеләренең өләсәһе булыуын, уны "ерләүҙәрен" әйтә. Ҡәберҙе киренән ҡаҙғас, ысынлап та, ҡыҙҙың һүҙе дөрөҫкә сыға.
Нилектән былай килеп сыҡҡан? Әле урындағы тикшереү комитеты Апатит-Киров дауаханаһын һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығын тикшерә башлаған.
Читайте нас: