Бишбүләк районының Дим ауылынан бер ҡатын, гаражымдан мопедымды урлағандар, тип полицияға хәбәр итә. Уның һөйләүенсә, иртән тороуына гараж йоҙағын емереп алып ҡасҡандар.
Үҫмер дәлилдәрҙе килтергәнсегә тиклем ғәйебен танымай, тик һуңынан ғына, мопедта йөрөү бала саҡ хыялым ине, шуға алғайным, ти. Алыуын – ала, тик мопедты тоҡандыра алмағас, күрше урамда ташлап китә. Ҡыҙыҡ өсөн генә башланған эштең аҙағы бер ҙә ҡыҙыҡ түгел: үҫмергә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, был ҡылығы өсөн биш йылға тиклем төрмә янай.