Башҡортостан
-19 °С
Ясна
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2019, 00:24
Түҙгәнгә түш тейә...
Оҙаҡ йылдар буйы йорттоң төҙөлөп бөткәнен көтөргә мәжбүр булған өлөшсөләр фатир асҡыстарын ҡулдарына алды.
Ниһайәт, Өфө районының Булгаков ауылындағы «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында 32 «Б» һанлы йорт файҙаланыуға тапшырылды.
"Проблемалы” йорттар төҙөлөшөн тамамлау буйынса план-графикты ғәмәлгә ашырыу Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе нигеҙендә алып барыла.
Йорттоң дөйөм майҙаны 1483,5 квадрат метр тәшкил итә. 36 ғаилә фатирлы булды. Оҙаҡ йылдар буйы йорттоң төҙөлөп бөткәнен көтөргә мәжбүр булған өлөшсөләр фатир асҡыстарын ҡулдарына алды.
"Йәнә дүрт йортто төҙөп бөтөрөргә ҡалды. Йыл аҙағына тиклем проблемалы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙы тамамларға тейешбеҙ", — тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт төҙөлөш комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев.
Ҡотло булһын өй туйҙары!
Гөлназ Хәйри фотоһы.
Читайте нас: