"Инцидент"ҡа халыҡтын мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. 26 июлдә Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәтенең сауҙа, дөйөм туҡланыу һәм хеҙмәтләндереү координацияһы бүлеге белгестәре, дөйөм йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары, полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән урамда сауҙа иткәндәрҙе тикшерҙе.
Бының сәбәбе лә бар. Район хакимиәтенә асыҡ һауала сифатһыҙ аҙыҡ һатыусыларҙың санитар талаптарҙы үтәмәүе, үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырыуы һәм уларҙың ҡала йәмен ебәреүе хаҡында йыш ризаһыҙлыҡ белдерәләр.
"Алтын" комплексы менән йәнәш берәү персик, черешня, помидор, ҡарбуҙ һата. Бер ниндәй санитар талаптар үтәлмәүгә ҡарамаҫтан, йәшелсәне, емеш-еләкте алыусылар күп. Хатта һатыусының бер ниндәй документы булмауы ла уларҙы борсомай.
Унан алыҫ түгел берәү яңы ғына тотолған балыҡтар менән сауҙа итә. Уға был урында һатырға ярамағанлығын әйткәс, яҡлаусыһы ла табылды.
- Беҙгә иң мөһиме осһоҙ булһын. Магазинда был балыҡ күпме тора? - тип уны яҡлашты Николай Семенович исемле пенсионер.
-Ҡайһы бер кешеләрҙең үҙҙәренең һаулығына битараф булыуы, аҙыҡты ҡайҙан теләй, шунан алыуы ғәжәпләндерә, - ти район хакимиәтенең сауҙа, дөйөм туҡланыу һәм хеҙмәтләндереү координацияһы бүлеге начальнигы Вадим Фәтхетдинов.
Йәйен бигерәк тә кеүәҫ үтемле. Был эсемлекте ҡайҙан алыуҙары, һауыттың таҙалығы бер кемде лә борсомай. Дөрөҫ, һатыусылар аҙыҡтарын маҡтай, әммә уның сифатын документ раҫларға тейеш.
Быйылғы миҙгелдә районда административ тәртип боҙоуҙар хаҡында 220 протокол төҙөлгән.
Әйткәндәй, урамда һатыу итеү һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәткән өсөн 500 - 1500 һум күләмендә административ, вазифалы кешеләргә - 20 - 40 мең һум, юридик ойошмаларға 50 - 100 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.