Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2019, 20:45

Алданған өлөшсөләр буйынса "алдынғыбыҙ"...

Республиканың Хөкүмәт йортонда уҙған төбәктәге хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышында күп фатирлы йорттарға ер бүлеү мәсьәләһе ҡаралды.

Республиканың Хөкүмәт йортонда уҙған төбәктәге хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышында күп фатирлы йорттарға ер бүлеү мәсьәләһе ҡаралды.


– Был тармаҡтағы уҙған йылдарҙағы мәсьәләләр буйынса әле тәртип һаҡлау органдары шөғөлләнә. Бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған, – тип башланы сираттағы кәңәшмәне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.


Республика етәксеһе Башҡортостандың алданған өлөшсөләр буйынса Волга буйы федераль округында "алдынғылар" рәтендә булыуын билдәләп үтте. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа "үҙҙәренең төҙөүселәре"нә осһоҙға ғына ер биреү осраҡтарына юл ҡуйылғанлығы – Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм уның ҡарамағындағы ведомстволар ошо схема буйынса эшләгәне хаҡында ла һөйләне. Улар һуңынан был ерҙең статусын күп фатирлы йорттар төҙөү өсөн тип үҙгәртеп, күпләп килем алған. "Ер хаҡы унар тапҡырға арта, ә республика, муниципалитеттар бынан килем алмай. Киреһенсә, юғалта ғына", – тине Радий Фәрит улы.


Фото: glavarb.ru
Читайте нас: