Саръян Сөләймәнов Өфөлә билдәле опера йырсыһы Сәлих Сөләймәновтың ғаиләһендә тыуып үҫкән. 2007 йылда ул Р. Нуриев исемендәге хореография училищеһын, артабан А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын тамамлаған, 2007 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй ине.
Уның репертуарында Фавн (Ш. Гуно, “Вальпургий төнө”), Магдавай (Л. Минкус, “Баядерка”), Нурали (Б. Асафьев, “Баҡсаһарай фонтаны”) һәм башҡа партиялар бар ине. Театр труппаһы составында ул Таиланд, Мексика, Италияла гастролдәрҙә булды. Быйыл март айында Саръян “Доктор Никто” исемле үҙенең беренсе бер актлы балетын ҡуйҙы. Унда ул, авторҙың үҙ һүҙҙәренә ҡарағанда, ғүмерҙең һәр миҙгеленең ни тиклем ҡәҙерле икәнен күрһәтергә ынтылған.