Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2019, 19:30

“Миңә маймыл мейеһе килтерегеҙ!”

Төрлө илдәрҙәге үлемгә килтереү ихтималлығы булған аҙыҡты тикшереп, эксперттар һығымта яһаған.

Төрлө илдәрҙәге үлемгә килтереү ихтималлығы булған аҙыҡты тикшереп, эксперттар һығымта яһаған.


Японияла киң билдәле деликатес һаналған фугу балығы донъяла иң хәүефлеләрҙән һанала икән. Уның ҡылсыҡтары һәм эске органдарында тетродотоксин ағыуы бар. Балыҡты оҫта ашнаҡсылар ғына бешерә ала.


Шулай уҡ Кореяла яратып ашаған “бейеүсе һигеҙаяҡ” та хәүефлеләр исемлегендә, сөнки уның бармаҡтарын тере сағында уҡ айырып алып бирәләр. Улар ағыулы түгел-түгеллеккә, ләкин тамаҡҡа йәбешеп, тын алыу юлын ҡапларға мөмкин.


Өсөнсө баҫҡыста - маймыл мейеһе. Эйе, баҡтиһәң, уны ла ашайҙар икән. Етмәһә, сей килеш... Тик шуныһы: маймыл ҡотороу сире менә ауырыған булыуы ихтимал.


Фото: Правда. ру
Читайте нас: