Йәмғиәт
29 Июля 2019, 15:04

Подъездарҙы кем ремонтлар?

Социаль селтәрҙәге "Инцидент" төркөмөнә мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Белорет ҡалаһының Крупская урамындағы 51-се йорттоң өсөнсө подъезынан Сиявуш Мәшәрипов подъездарын ремонтлауҙы һорап, фотоһүрәттәрен һалған. Уға ҡарап, һәр кем үҙенең ҡарашын белдергән.

Алена исемле ханым: "Был подъезд әле насарҙан түгел, беҙ серегән баракта йәшәйбеҙ, бер кем дә бер нимә лә эшләргә теләмәй", – тип яҙа. Светлана Бурмистрова урындағы депутаттарға мөрәжәғәт итергә, ғариза яҙырға, тыңламаһалар, интернет селтәренә ялыу һалырға кәңәш бирә.

Шунда уҡ Татьяна Ямаҡаева Өфө ҡалаһының Азатлыҡ урамындағы үҙҙәре йәшәгән 36-сы йорттоң подъезына ремонтты йыл һайын кисектерә килеүҙәренә зарлана.
Читайте нас