Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 22:28

500 мең һум зыян килтергән...

Элекке мастер алмаз караттарҙы һатҡанда полицейскийҙарға тотола.

Фото: news 102
Фото: news 102
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре алмаз караттарҙы һатырға йыйынған урындағы завод мастерын тотҡан. Элекке завод мастеры таштарҙы эшкәртеү өсөн файҙаланылған алмаз канаттарҙы сәлдереп, уны артабан һатып, кеҫәһен ҡалынайтырға уйлай.
Ир кешенең таштарҙы эшкәртеүсе ҡоролманың ҡайһы бер иҫкергән алмаш частарын алмаштырыуға хоҡуғы була. Әммә ул иҫке алмаш частарҙы алмаштырмай, уларҙы ҡоролмала ҡалдырып, яңыларын үҙенә үҙләштерә.
Башҡортостан Эске Эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, элекке мастер алмаз караттарҙы һатҡанда полицейскийҙарға тотола. "Уңған һатыусы" заводҡа 500 мең һумлыҡ зыян килтергән. Әле был ваҡиға буйынса тәфтишселәр эш алып бара, ир кешегә илдән сығыу тыйылған.
Читайте нас: