Бөгөн баш ҡалала һыҙылып таң атҡанда кешеләр, ғәҙәттә, киноларҙа ғына осрай торған хәлдең шаһиты булған: иртәнге урамдар буйлап ысын мәғәнәһендә көсөргәнешле автомобиль ҡыуышы башланған.
Эш шунда: баҡһаң, Өфөнөң бер төркөм гүзәл заттары, төн буйы баш ҡала барҙарының береһендә күңел асҡандан һуң, Audi автомобилендә ҡала урамдарын ҡыҙырырға сыҡҡан, ҡыйыуыраҡтары машина өҫтөндө бейергә ниәтләгән.
Уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалғас, туҡтау урынына, ҡыҙҙар ҙур тиҙлектә алға ынтылған. Бер хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре юлды быуырға тырышһа ла, ҡыҙып алған ҡыҙҙар алға елдергән.
Ҡыуыш 06.40 сәғәттә Спорт һарайы янында, Audi водителе автомобилгә идара итә алмайынса, үтеп барған ВАЗ-2114 автомобиленә һуғылғас, туҡтаған.
Билдәле булыуынса, Audi-ға идара иткән ҡыҙҙың документы булмаған, уға 500-ҙән 30 000 һумға тиклем штраф янай. Иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн тағы ла 30 000 һум өҫтәлеүе, ҡыҙҙың танытманан 1,5 – 2 йылға ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.