Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 17:02

Быҙауҙай эт балаға ташланған

Шаһиттар һөйләүенсә, эт морондоҡһоҙ, муйынсаҡһыҙ булған.

Фото: sobaka.lv.
Фото: sobaka.lv.
Ҡайһы берәүҙәр быҙауҙай эт аҫрай, әммә уның яҡын-тирәләгеләргә хәүеф янауы, ташланыу ихтималлығы хаҡында уйлап та бирмәй.
Ошондай хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған . “Стаффордшир терьеры” тигән тоҡомло ҙур эт дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙы тешләгән. Шаһиттар һөйләүенсә, эт морондоҡһоҙ, муйынсаҡһыҙ булған. Быға тиклем ул хужаһына ла ташланған икән. Өҫтәүенә ир спиртлы эсемлектәр эсергә яратҡан, әхлаҡһыҙ тормош алып барған, этен күп ҡатлы йорт подъезы эргәһендәге баҫҡысҡа бәйләргә ғәҙәтләнгән.
Хәҙер бахыр ҡыҙыҡай – дауаханалағы балалар хирургияһы бүлексәһендә. Ҡото осҡан бәләкәс дауаланырға тейеш. Ә бына эт менән уның хужаһы нимә эшләй икән?
Читайте нас: