Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 23:42

Бында барлыҡ теләктәр тормошҡа аша

Ҡайҙа тиһегеҙме?

Автор фотоһы.
Ғалимдар борондан кеше үҙе ниндәй уй уйлай, нимә ниәтләй, шул алдына килә, тип иҫәпләгән. Әлбиттә, динебеҙ төрлө һынамыштарға, ярамыштарға, бигерәк тә әйберҙәргә бәйле күрәҙәлекте тыя. Шулай ҙа ыңғай мәғлүмәт биргән фекерҙәр, яҙмалар иғтибарҙы йәлеп итеүсән шул.
Өфөнөң И. Яҡутов исемендәге ял паркында бына ошондай яҙма эшләп ҡуйғандар. Унда, бөтә теләктәр ҙә ҡабул ителә, тигән мәғәнә һалынған. Аллаһ тәғәләнән һорайыҡ, яҡшы ниәттә булайыҡ. Һәр хәлдә мәғәнәһеҙ һүҙҙәр яҙылған диуарҙағы яҙмаларҙы уҡығансы, ошондай "ыңғайчик" кәйефте күтәреп ебәрә түгелме?