Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 11:20

Ғәҙелшин ғәҙеллек юллай...

Республика етәксеһе Радий Хәбиров былтыр көҙ “Инцидент” системаһын булдырҙы. Төбәктәге социаль селтәрҙән файҙаланған кешеләрҙең барлыҡ мәғлүмәттәрен махсус робот йыя, һуңынан уларҙы эш төркөмө хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Артабан документтар урындағы район хакимиәте башлыҡтарына ебәрелә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров былтыр көҙ “Инцидент” системаһын булдырҙы. Төбәктәге социаль селтәрҙән файҙаланған кешеләрҙең барлыҡ мәғлүмәттәрен махсус робот йыя, һуңынан уларҙы эш төркөмө хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Артабан документтар урындағы район хакимиәте башлыҡтарына ебәрелә.


“Инцидент” системаһы уңайлы


Проблеманы хәл итеү өсөн урындағы етәкселәргә билдәле ваҡыт бирелә, һуңынан республика Хөкүмәтендә проб­леманың хәл ителешен тикшерәләр. Ошо алгоритм нигеҙендә һәр миҙгел аҙағында рейтинг төҙөлә. Район етәкселәре “Инцидент” системаһы буйынса республика етәксеһе алдында яуап тота.


Командировкаға сыҡҡанда урындағы етәкселәрҙән, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренән “кешене яманлыҡҡа өйрәтәләр, хәҙер һәр кем теләһә нәмә яҙып тик ултыра, ә беҙ иһә “Инцидент”ҡа яуап биреүҙән бушамай­быҙ” тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткәнебеҙ булды. Шул уҡ ваҡытта был системаның урындарҙа халыҡтың зарын, проблемаларын хәл итеү­ҙең уңайлы юлы булыуын да танырға кәрәк.


Беҙгә хат килде


Берештамаҡ ауылы старостаһы Миңле­ғәле Ғәҙелшин ауылдаштарының 60-тан ашыу ҡултамғаһы ҡуйылған хат менән “Башҡортостан” гәзитенә мөрәжәғәт итте.


“Хөрмәтле, Радий Фәрит улы!

Беҙ, Берештамаҡ ауылы халҡы, Һеҙгә күптән борсоған юл мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итәбеҙ.


Беҙҙең ауыл “Асы” шифаханаһынан һи­геҙ километр алыҫлыҡта урынлаш­ҡан. Асы ауылына асфальт юл һалды­лар, ә беҙ­гә тиклемге 7,1 километр араға ҡырсынташ ҡатламлы юл түшәлде. Әле юлы­быҙ авария хәлендә, соҡор-уйымдар күп.


Ул 2004 йылда төҙөлдө һәм шул ваҡыттан капиталь ремонт эшләнмәне. Ауыл халҡы көсө менән үҙебеҙ соҡорҙарҙы тигеҙләп ҡараныҡ, әммә был һөҙөмтә бирмәне. Соҡорға һалған ҡырсынташтар ҡышын кире сығып, уны тағы ла ҙурайта ғына бара.


Йәй иһә ҡоро көндәрҙә бөтә ауыл саңға күмелә. Йәштәр урамында йәшәгәндәр ыҙалай: тын алып булмай, кер киптереү, баҡса һәм сәскә үҫтереү мөмкинлеге юҡ – бөтә нәмә туҙанға бата. Ямғырлы көндәрҙә бысраҡ, йөрөү мөмкин түгел, автомобилде “уйната”.


Шул юлдан халыҡ көн һайын автомобилдә яҡындағы ауылдарға эшкә йөрөй, сөнки үҙебеҙҙә хеҙмәт урындары етмәй. Насар юлда транспорт тиҙ сафтан сыға, соҡорҙар арҡаһында тәгәрмәстәр йыш ватыла, һытыла, шуға ла эшкә һуңлағандар ҙа күп.


Беҙҙә бер ниндәй эш башҡарылмаһа ла, Берештамаҡ ауылы халҡы мөрәжәғәтенә Белорет районы хакимиәтенән: “Былтыр 25 майҙан 25 июнгә тиклем автомобилдәр йөрөгән “Берештамаҡҡа инеү юлы”нда яңы материал өҫтәп, ҡырсынташ һәм ваҡ таш япмалары профилен тергеҙеү буйынса эштәр үтәлде һәм, каток менән ерҙе тигеҙләп, автогрейдер үтте”, – тигән яуап алды. Ауыл халҡы үҙе соҡорҙарҙы ремонтланы. Һүҙҙәребеҙҙе раҫлап, фотоларҙы һалабыҙ.


Һеҙҙән Берештамаҡ ауылына юлға капиталь ремонт эшләүҙә, ҡырсынташ түшәп тигеҙләүҙә, асфальт һалыуҙа ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ”.


Берештамаҡ ауылы халҡының Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа төбәп яҙған хатына Белорет районы хакимиәте түбәндәге яуапты биргән:

“Хөрмәтле Миңлеғәле Мәғәсүм улы һәм Берештамаҡ халҡы!


Белорет муниципаль районы хакимиә­те, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрә­жәғәтен ҡарау тәртибе тураһын­да”ғы федераль законға ярашлы, Береш­тамаҡ ауылына газ үткәреү, автомобиль юлына капиталь ремонт эшләтеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте аша килгән коллектив мөрәжәғәтегеҙҙе ҡараны.


Белорет районы ҡаҙнаһында урындағы дөйөм файҙаланыуҙағы түбәндәге юлдар бар: Береш – Берештамаҡ – 3,6 километр оҙонлоғонда ҡырсынташлы һәм Берештамаҡ ауылына ингән 7,1 километр оҙонлоғондағы грунт ҡатламлы юл.


Был юлдарҙы ҡарау өсөн “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте менән 2018-2019 йылдарға муниципаль контракт төҙөлгән. Был документҡа ярашлы, былтыр 26 майҙан 25 июнгә тиклем Берештамаҡ ауылына инеү юлында яңы материал өҫтәп, ҡырсынташ һәм ваҡ таш япмалары профилен тергеҙеү буйынса эштәр үтәлде һәм 28 июлдән 25 сентябргә тиклем автогрейдер ерҙе тығыҙлап тигеҙләне.


Берештамаҡ ауылын газ менән тәьмин итеү өсөн 4,6 километр бүлгес газ үткәргесе төҙөү талап ителә, шул иҫәптән составында ауыл араһында 1,6 километр юғары баҫымлы газ үткәргес һәм ауыл эсендә түбән баҫымлы өс километр оҙонлоғонда газ үткәргес һуҙырға кәрәк.


“Газпром” газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалы мәғлү­мәтенә ярашлы, Береш – Берештамаҡ ауыл-ара газ үткәргесен төҙөү пред­приятиеның 2020 йылға газ ташыу тарифтарына махсус өҫтәмәләре иҫәбенә финанслап, Башҡортостан Рес­публи­каһында газ үткәреү программаһына индереү планлаштырыла”.


Саң-туҙан йотоп йәшәү ауыр


Эйе, был мәсьәлә берештамаҡтарҙы бер бөгөн генә борсомай. Бынан ете йыл элек унда командировкала булған саҡта ла ошо хәлде күреп, аптырап ҡайтҡайныҡ. Ярайһы уҡ ваҡыт үтһә лә, мәсьәлә хәл ител­мәгән, ә ауыл халҡы саң-туҙандан интегә.


Ауылға иртәнсәк барып төшкәс, Асы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Сәлимйәнованы осраттыҡ. Әйт­кәндәй, ул үҙе лә ошо ауылда йәшәй.


– Ауылға юл 2004 йылда һалынды, инде капиталь ремонт талап ителә. Йыл да грейдер тигеҙләп үтә, әммә был ғына мәсьәләне хәл итмәй. Юл тигеҙ булһын өсөн, уның беренсе ҡатын һыҙырып алып, яңынан түшәргә кәрәк, – тине Әлфиә Ғамсамат ҡыҙы.


Әлбиттә, һәр ауылды борсоған мәсьә­ләләр бар. Миңлеғәле Ғәҙелшин да ауыл старостаһы булып һайланғас, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә тотонған. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе – юл мәсьәләһе, газ һәм интернет.

– Ауыл урамына асфальт юл һалыу талап ителә, тәбиғәт ҡосағында саң йотоп йәшәйбеҙ, – тип теҙеп китте ул ауылдаштарын борсоған мәсьәләләр хаҡында.


Берештамаҡты киләсәкһеҙ ауылдар иҫәбенә индереп булмай, сөнки быуаттар төпкөлөнән йәшәгән аҫаба халыҡ үҙ еренән ҡуҙғалырға уйламай. Ҙур ҡалаға бәхет эҙләп киткән йәштәр ҙә бар, әлбиттә, әммә яңы йорттар ҡалҡып сығыуы, хатта ике ҡатлы итеп һалыуҙары берештамаҡтарҙың йәнтөйәген ташламаясағы хаҡында һөйләй. Берәүҙәр ауыл мәктәбендә, күптәр иһә тимер юлда, “Асы” шифаханаһына йөрөп эшләй. Әле ауылда 113 хужалыҡ, 330 кеше иҫәпләнә.


“Мин ошонда тыуғанмын...”


– Мин ошо ауылда тыуғанмын, унан китергә йыйынмайым. Беҙ ҙә башҡалар кеүек үк матур йәшәргә теләйбеҙ. Әле үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнсә йәнтөйәгебеҙҙе тәртиптә тотабыҙ, өмәләр ойошторабыҙ, халыҡты туплап, йәмәғәт эшенә йәлеп итергә тырышабыҙ. Ауылда ер мәсьәләһе киҫкен тора. Мәҫәлән, оло улыбыҙға төҙөлөш өсөн ер майҙаны бирмәнеләр, шуға ла үҙебеҙ һатып алдыҡ. Утын, төҙөлөшкә ағас алыу ҙа хәҙер мең бәлә, сөнки ауыл тирәһендәге урмандар ҡуртымға бирелеп бөткән. Утынлыҡ өсөн йүнле ҡайын ағасын тапмаҫһың. Ауылыбыҙ тау-таш, урман араһында ултырғас, малды ла күпләп тотоп булмай, көтөүлектәр, сабынлыҡтар юҡ. Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә хәл итеүҙе талап итә. Инйәр дауаханаһынан “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртһаң: “Үҙегеҙҙең фельдшерығыҙға шылтыра­тығыҙ”, – тип бик һирәк киләләр, шуға ла медицина ярҙамына мохтаж кешене үҙебеҙ алып барабыҙ, – тип берештамаҡтарҙы борсоған бихисап мәсьәләләрҙе теҙеп китте староста.


Әлбиттә, юл, газ, интернет кеүек мәсьә­ләләр район кимәлендә хәл ителә торған­дар иҫәбенән булһа, бына “Ашығыс ярҙам” машинаһын, полиция хеҙмәткәрҙәрен са­ҡыр­тыу иһә ошо тармаҡта бөгөн дә яйға һалынмаған етешһеҙлектәрҙең сағылышы булып тора.


Бәләкәй ауылдың ҙур мәсьәләләре...


Ысынлап та, ҡайһы бер эштәрҙе хәҙер тота килеп кенә башҡарып та булмай, сөнки уны үтәү тәртибен яйға һалған ҡану­ниәтте лә күҙәтергә кәрәк. Бөгөн илебеҙ бюрократизм һаҙлығына батты, бер эште башҡарыу өсөн ауыл хакимиәтенә әллә күпме инстанция тупһаһын тапарға, рөхсәт алырға тура килә. Бына, мәҫәлән, Берештамаҡ мәктәбенә илткән юлда балаларға йылға аша үтергә кәрәк. Унда аҫылмалы күпер бар, әммә яндырауы юҡ. Ташҡын мәлендә тайып ҡолаһаң, ағаһың да китәһең инде.


Был күпер Миңлеғәле Ғәҙелшиндың йортона яҡын урынлашҡан. Бер мәл уның һигеҙ йәшлек улы тайып ҡолап китеп, муйынынан аҫылынып торған. Ярай әле яңғыҙы булмаған, эргәһендәге иптәш малайы тиҙ генә Миңлеғәленең үҙен ярҙамға саҡырып өлгөрә. “Мин килеп еткәнсе улымдың ауыҙынан күперек сыҡҡайны”, – тип бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиғаны ла иҫкә алды староста.


Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: был күпер әле кадастр иҫәбенә ҡуйылған, Асы ауыл хакимиәте балансында. Шуға ла халыҡ үҙе сығып, үҙ теләге менән уны ремонтлай ҙа алмай. Күперҙе эшләтеү өсөн бихисап учреждениеларҙың юлын тапарға кәрәк.


Резеда Ғәбитова ла, күршеһенең һүҙҙәрен хуплап:

– Ғүмер буйы ошо ауылда торам, беҙгә юлы ла, газы ла кәрәк. Мин дә армиянан ҡайтҡан улыма ер ала алмайым, ике йыл элек ғариза биргәйнек. Эш юҡ, ағас өҫкә ауырға тора, ә төҙөлөшкә алып булмай. Эскелек проблемаһы ла бар.

Мәҫәлән, эшләгән өсөн кейәүенә аҡсалата түләмәй­ҙәр, спиртлы эсемлектәр менән һыйлап ҡайтаралар. Ул иҫереп ҡайта ла инвалид ҡатынын ҡаңғырта. Кейәү сираттағы ғауғаһын ҡуптарғас, полицияға 25 апрелдә көндөҙгө 2-лә шылтыраттым, улар иртәгә­һенә көндөҙгө 12-лә генә килде. Ә бит ошо ваҡыт эсендә үлтереш булыуы ла ихтимал. Ауылда берәҙәк эттәр күп, һарыҡ, ҡош-ҡортҡа йәбешәләр, – тине ҡатын.


Инйәр йылғаһындағы аҫылмалы күпер янына килдек. Ауылда клуб булмағас, кистәрен бөтә йәштәр ошонда йыйыла. Ситтән килгән кешеләр ҙә күпергә килеп, йылғаның икенсе ярына сығып, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып китә. Беҙ барғанда ике ир тирә-яҡтың хозур тәбиғәтенә һоҡ­ланып ҡарап тора ине.


– Ауылда төҙөлөштәр барыуы күренеп тора. Беҙ Өфөнән бер йортҡа һыу йылытыу ҡорамалдарын алып килдек. Улар Себерҙән тыуған яҡтарына ҡайтып, йорттарын заман шарттарына яраҡлаштырып йыһазландыра. Тимәк, ауыл йәшәй. Беренсе тапҡыр килдек, юл булмауы, инфраструк­тураның үҫешмәүе халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуы күҙгә сағыла. Мәҫәлән, бында автобус йөрөмәй, һәр кем шәхси автомобиль тота алмай, транспорт та бит ҙур сығым талап итә. Ауыл йәшәһен, йәштәр төпләнһен өсөн, эш урындары булдырырға кәрәк, – тине эшҡыуар Дмитрий Яппаров.


Шуны ла билдәләргә кәрәк, бында инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, Магнитогорск ҡалаһынан килгән эшҡыуар Иван Беляков йорт һатып алған, таҡта ярыуҙан ҡалған ағас ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү цехы асырға хыяллана.


– Интернет юҡ, шуға ла йәштәр килмәй. Хатта минең балалар ҙа “интернет булһа ғына барабыҙ” ти. Хәҙер бит һанлы технологиялар үҫешкән заман. Йәштәргә лә юл, газ, интернет кәрәк. Шул саҡта улар ауылда төпләнәсәк. Бында миңә оҡшай, ауыл да, тәбиғәте лә матур, халҡы ла һәйбәт, – ти Иван Иванович.


Яуап алдыҡ


Берештамаҡтарҙың хаты буйынса беҙ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, түбәндәге яуапты алдыҡ:

“Урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулла­нылыштағы Берештамаҡ ауылына автомобиль юлын хеҙмәтләндереү Белорет район хакимиәте менән “Башкиравтодор” йәмғиәте араһын­дағы муниципаль контракт нигеҙендә бойомға ашырыла. Автомобиль юлын йәйге хеҙмәтләндереүгә ҡырсынташ һәм ваҡ таш япмалары профилен тергеҙеү, планировка, ҡырсынташ һәм ваҡ ташлы юлдарҙағы саңды баҫыу кеүек бурыстар инә.


Муниципаль контрактҡа ярашлы, быйыл майҙа юл япмаһын автогрейдер тигеҙләне, урыны менән каток тығыҙлап үтте.


Автомобиль юлын тикшергәндән һуң, быйыл июлдә “Берештамаҡҡа инеү юлы”на яңы материал өҫтәп, ҡырсынташ һәм ваҡ таш япмалары профилен тергеҙеү буйынса эштәр атҡарыласаҡ.


Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән төҙөлгән Килешеүгә ярашлы, республика бюджетынан районға бирелгән субсидия иҫәбенә дөйөм файҙаланылыш­тағы урындағы әһәмиәткә эйә булған автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау, капиталь ремонт эшләү, төҙөү, реконструкциялау атҡарыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йылға тө­ҙөлгән был Килешеүҙә “Берештамаҡҡа инеү юлы”н ремонтлау ҡаралмаған. Киләһе йылда Биләмә заказы саралары иҫәбенә ремонт эшен атҡарыу мөмкинлеге ҡа­раласаҡ.


Дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алған проект-смета документтары булғанда ғына ҡырсынташ япмалы юлды асфальт-бетонға алыш­тырырға мөмкин”.


Республика етәксеһе мөһим талаптар ҡуя


Быйыл “Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының VIII съезында ла республика етәксеһе Радий Хәбиров район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары алдында аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы.


– Беҙҙең халыҡ хәбәр ишетеүҙән һәм алданыуҙан арыған. Әгәр нимәлер вәғәҙә итәһегеҙ икән, ул мотлаҡ эшләнергә тейеш. Муниципалитет, ауыл биләмәһе башлыҡ­тары кешеләр менән даими осрашырға, граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойошторорға, уларҙың проблемаларын хәл итергә бурыслы, – тип белдерҙе ул. Радий Фәрит улының һүҙҙәренсә, чиновниктар һәр ваҡыт уҡырға, өйрәнергә тейеш, шуның өсөн дә республикала улар өсөн семинарҙар йыш уҙғарылып тора. Башҡа төбәктәрҙең тәжрибә өлгөләренә иғтибар итеү ҙә мөһим. Властағы кеше намыҫлы, тәртипле, изге күңелле булырға тейеш. Өҫтәүенә аҡса эшләү, инвестициялар йәлеп итергә өйрәнеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү ҙә талап ителә. “Был йәһәттән булған бар программаларҙы, мөмкинлектәрҙе файҙаланыу мөһим”, – тигән бурыс ҡуйҙы Радий Хәбиров.


Әйткәндәй, Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республика етәксеһе “Тыуған урам” проектын әҙерләргә ҡушты. Ошо яңы проект сиктәрендә республика ауылдарындағы юлдарға асфальт түшәү дауам итәсәк. Төбәк етәксеһе әле республикала бер урамына ла асфальт түшәлмәгән ауылдарҙың күп булыуын билдәләне.

Яңы проект 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ул кеше күпләп күсеп китмәгән “тере” ауылдарға ҡағыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта асфальт түшәләсәк урамды ауыл халҡы үҙе һайларға тейеш.


– Урамдарҙың оҙонлоғо 200, 300 метр, 1,5 километр булыуы ла мөмкин, әммә был эште башларға кәрәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.


Белорет район хакимиәте лә Берешта­маҡ ауылын борсоған мәсьәләләрҙе иғтибар үҙәгенә алыр һәм уларҙы хәл итеүгә барлыҡ көсөн һалыр тип ышанабыҙ.
Читайте нас: