Әбйәлил районының Асҡар ауылында 29 июлдә үлемесле авария теркәлгән. 38 йәшлек Асҡар ауылы кешеһе "ВАЗ-2114" автомобиленә идара итә алмай, юлдан төшөп китә һәм автомобиль түңкәрелә. Ауыр йәрәхәттәрҙән 32 йәшлек Ырымбур кешеһе, Башҡортостанға килгән ҡунаҡ, авария урынында һәләк була. Ә водитель һәм уның 21 йәшлек дуҫ ҡыҙы район үҙәк дауаханаһына эләгә. Һуңынан асыҡланыуынса, водитель руль артына эскән килеш ултырған булған.
Һуңғы тәүлектә генә Башҡортостан юлдарында ун авария теркәлеп, икәүһе үлемесле тамамланған, 17 кеше иһә төрлө тән йәрәхәттәре алған. Республика автоинспекторҙары иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән 47 автоһәүәҫкәрҙе тотҡан. Ҡыҙғаныс, һаман булһа араҡыны дуҫ итеп юлға сығыусылар кәмемәй, ә күпме кеше шундайҙар арҡаһында юлдарҙа һәләк була.