Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 22:23

Этең хәүефле тоҡомдан түгелме?

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер тоҡомло эттәрҙе моронноҡһоҙ йөрөтөү тыйыла.

Фото: Dneprovec.by
Фото: Dneprovec.by
Премьер-министр Дмитрий Медведев хәүеф тыуҙырған эт тоҡомдары исемлеген раҫланы. Унда аҡбаш, америка бандогы, амбульдог, бразилия бульдогы, булли кутта, таҙа ҡанлы алапах бульдогы (отто), бандог, бүре-эт ғаиләһенә ҡараған эттәр, гуль дог, питбульмастиф, төнъяҡ кавказ эте һәм гендарына уларҙың уҫаллығы, көсө һалынған метистар инә. Исемлек Кинологтарҙың йәмәғәт ойошмалары берләшмәһе тәҡдиме нигеҙендә төҙөлгән.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан үрҙә телгә алынған тоҡомло эттәрҙе моронноҡһоҙ йөрөтөү тыйыла. Улар хужаһының кәртәләнгән ихатаһында ғына ирекле йөрөй аласаҡ. Был осраҡта ла ошондай хайуандың булыуы хаҡында иҫкәрткән яҙыу биләмә ишеге алдында ҡуйылырға тейеш.
Читайте нас: