Йәмғиәт
30 Июля 2019, 11:30

Матбуғат аша дәүләт йүнәлешен, халыҡ фекерен еткереп буламы?

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихҡа үҙенең тәрән эҙен ҡалдырып үтеп тә китте. Башҡарма комитетҡа республикалағы, илдәге сәйәси ваҡиғалар уңайынан фекер төйнәп, халыҡтың тын алышын, өҫтөнлөклө проекттар хаҡында уртаға һалып һөйләшеү өсөн йыйылышты ул көндә ҡоролтай ағзалары.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихҡа үҙенең тәрән эҙен ҡалдырып үтеп тә китте. Башҡарма комитетҡа республикалағы, илдәге сәйәси ваҡиғалар уңайынан фекер төйнәп, халыҡтың тын алышын, өҫтөнлөклө проекттар хаҡында уртаға һалып һөйләшеү өсөн йыйылышты ул көндә ҡоролтай ағзалары.


Республикала ваҡытлы матбуғат баҫмалары, радио, телевидение аша халыҡҡа дәүләттең фекере, алып барылған сәйәсәте хаҡында еткерелеп тора. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы президиумы ла иң тәүҙә халыҡ араһында йөрөгән тәҡдимдәрҙе тиҙ арала власть структураларына еткереү маҡсаты менән булдырылды тип аңларға кәрәк.
Ултырышта тәү сиратта “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы тураһында халыҡҡа фекер еткереү генә түгел, айыҡ йәшәү рәүешен пропаган­далауҙы маяҡ итеп алған етәкселәр, төбәктәр, һынауҙар аша шәхсән миҫалында айыҡ юлға баҫыусылар хаҡында мәҡәләләр, тапшырыуҙар кәрәклеге тураһында фекерҙәр әйтелде. Киң мәғлүмәт саралары аша ныҡлы пропаганда алып барыу эше алдан уҡ планлаштырылғайны. Республика етәкселеге был эште күтәреп алып, айыҡ йәшәү рәүешен айыҡ һабантуйҙар, халыҡ күмәк йыйылған саралар аша ла пропагандалай башланы.
Торатау, Мең ырыуы йыйындарында, “Ҡош юлы-2019” башҡорт бард фестивалендә ҡатнашып, шу­ға инандым: дөйөм халыҡ айыҡ йәшәү рәүешен хуплап ҡаршы алды, эскән кеше күренмәне. Эскелек проблемаһы ниндәй яуҙарҙы еңгән, ихтилалдар күтәреп, үҙенең демократик ҡарашын тотош илгә еткергән милләтебеҙҙе ХХ быуатта юҡҡа сығара яҙҙы. Белгестәр был хаҡта төрлөсә фекерҙәрен әйтте: “Башҡорт халҡының ҡанында алкоголгә ҡаршы торорлоҡ матдә­ләр юҡ, башҡорт борондан эскенең ни икәнен дә белмәгән, шуға күрә 40 градуслы иҫерткес эсемлектең йоғонтоһона тиҙ бирешә”. Ҡаҙағстан тарафтарынан килгән осһоҙ араҡы, ауыл ерендә патоканан етеште­релгән зыянлы эсемлектәр, техник спирт эсеп, күпме замандашыбыҙ һәләк булды, һаулығын юғалтты. Ысынлап та, араҡы ХХ быуат ғазраиленә әйләнде.
Бөтә кеше лә аңлы рәүештә был яман сирҙән үҙаллы ғына арына алмай. Эскелекте бөтөрөү өсөн иң тәүҙә, “Айыҡ ауыл” конкурсында әйтелгәнсә, айыҡ тормошто пропагандалау, спорт менән дуҫ булып йәшәүҙе, эш урындары булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк.
Әйткәндәй, “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы ике этапта бара. Бе­ренсеһендә республика райондары 31 авгусҡа тиклем үҙ-ара ярыша. Икенсеһендә иһә ошо турға үткән­дәр һынау тота. Еңеүселәрҙе республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия (маҡсатлы) көтә: беренсе урынға – 500 мең, икенсегә – 250 мең, өсөнсөгә 150 мең һум. Шулай ошо хаҡта яҙған хәбәрселәр, сараны йәнләндереүгә үҙ өлөшөн индергәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Бынан тыш, финалға сыҡҡан ун ауыл 30-ар мең һум матди ярҙам аласаҡ. Шулай уҡ ойоштороу комитеты айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған район хакимиәте, ауыл биләмәһе етәкселәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, журналистар, пенсионерҙар, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре һ.б. араһында 20 әүҙемсене билдәләйәсәк, уларға Хөкүмәт дипломдары, 10-ар мең һум премия биреләсәк. Был хаҡта республиканың киң мәғлүмәт саралары даими яҡтыртып торорға тейеш, тинеләр Ҡоролтай ултырышында.
Кәңәшмәлә күтәрелгән икенсе мәсьәлә – ул данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу. Был хаҡта V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Баш­ ҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеп киткәйне.
“1942 йылдың 25 мартында Юғары Совет Президиумы һәм БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы башҡорт кавалерия дивизияһын яуға оҙатыу танта­наһын ойоштора. Командир Шайморатов республика етәкселегенә дивизияның фронтҡа китергә әҙерлеге хаҡында хәбәр итә. Бөгөн машиналар менән тулған Совет майҙанында генерал Шаймора­товҡа һәйкәл торорға тейеш тип иҫәпләйем!” – тине Радий Фәрит улы.
Ысынлап та, беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында күп һөйләйбеҙ, хәҙер инде аныҡ эштәргә күсергә ваҡыт. Хәйер, үҙаллы эш алып барыусылар ҙа юҡ түгел. Аллаға шөкөр, республи­кабыҙҙа данлыҡлы дивизияға арналған музей бар. Әммә, тарихсы Азат Ярмуллин әйткәнсә, бөгөнгә тиклем беҙҙең ҡулда дивизияның һуғышҡа киткән, яуға ингән, һәләк булған ағзаларының тулы исемлеге юҡ. Был эшкә кавалерия дивизияһы хаҡында хәбәрҙар һәр кеше үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.
Миңә лә заманында дивизия гәзите фотохәбәрсеһе Мөхәммәт олатай Усманов менән тығыҙ аралашыу насип булды. Был хаҡта ваҡытлы матбуғатта байтаҡ ҡына мәҡәләләр ҙә яҙылды. Ул миңә бер альбомын бүләк иткәйне. Унда һәр бер кешенең исем-шәрифе, зва­ниеһы, ул ваҡытта йәшәгән адресына тиклем яҙылғайны. Бына нисек яуаплы ҡараған ул быуын һәр яугирҙең, һәр медицина хеҙмәт­кәренең яҙмышына.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Айыҡ ауыл-2019” конкурсына, шулай уҡ данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ағзалары тураһында мәҡәләләр көтөп ҡала­быҙ. Дөйөм эшкә “Башҡорт­остан” гәзите аша һәр кемебеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.
Читайте нас