Радийҙарға байыбыҙ, йәмәғәт. Һуңғы туғыҙ айҙа республикала 12 ғаилә уландарына Радий тип исем ҡушҡан. Учалы районында Алина һәм Вадим Наушербановтар ҙа кескәйҙәренә ошо исемде һайлаған.
"Учалинская газета" яҙыуынса, хужабикә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ә атаһы ағас менән шөғөлләнә. Тап хужабикә сабыйына Радий тип исем ҡушырға тәҡдим итә, ә ире уны хуплай.
Радий ғаиләлә – өсөнсө бала, ә ағаһы Уралға – 14, Айгөлгә 11 йәш.
"Киләсәктә Радийҙың ниндәй урын биләүе мөһим түгел, иң мөһиме көслө, һөймәлекле кеше булһын", – ти Алина.
Өфөлә, Белоретта, Бөрөлә, Баймаҡта, Ишембай һәм башҡа райондарҙа бәпестәренә Радий тип исем ҡушҡандар күп.