Башҡортостан
-25 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 21:33
Туристар Төркиәлә ниңә һәләк була?
Сәбәбен Рәсәйҙең Анталиялағы Генконсулы Олег Рогоза белә.
Владимир Вяткин фотоһы.
Рәсәйҙең Анталиялағы Генконсулы Олег Рогоза белдереүенсә, быйыл Төркиәгә ял итергә килгән бер нисә тиҫтә туристың ғүмере сит илдә өҙөлгән. Сәбәбе - спиртлы эсемлектәр менән мауығыуҙа, дингеҙҙә үҙҙәрен ғәмһеҙ тотоуҙа, сәләмәтлектәренә иғтибарһыҙ булыуҙа.
Рәсәйҙәр сәфәргә сығыр алдынан һаулыҡтарын дөрөҫ баһаламай, айырыуса был өлкәндәргә ҡағыла, тигән Олег Рогоза. Хроник сирлеләрҙең хәле эҫелә киҫкенләшеү мөмкинлеген улар иҫәпкә алмай. Генконсул рәсәйҙәрҙе үҙ һаулыҡтарына иғтибарлыраҡ булырға, ваҡытында медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә саҡыра.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.