Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 12:01

Урманды ла белеп ҡырҡыу шарт

Благовещен районында Урман ҡырҡыусыларҙың V Башҡортостан чемпионаты уҙҙы.

Благовещен районында Урман ҡырҡыусыларҙың V Башҡортостан чемпионаты уҙҙы.


Сара урман ҡырҡыусыларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыуҙы, урмансы һөнәренә йәштәрҙе ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Йыйында республика райондарынан һигеҙ команда ҡатнашты.


Ярыш биш төрҙә барҙы: ағасты ҡыр­ҡып ауҙарыу, ботаҡ­лау, бысҡыны һүтеү һәм йыйыу, ағасты бер үк өлөшкә һәм төркөмләп бүлгеләү. Еңеү­сене эштең сифаты һәм иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баш­ҡа­рылыуы билдә­ләй. Бәйгелә йәштәр ҙә, был тармаҡта күптән эшлә­гән тәжрибәле урмансылар ҙа бар ине. Араларында бер генә ҡатын-ҡыҙ булыуы ла күҙгә салынды. Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Ленара Мөхәмәт­йәнова икән.


– Ярыш тураһында белеп ҡалғас та ҡатнашырға теләк белдерҙем, үҙ көсөмдө һынап ҡарағым килде, – ти ул. – Ағас­ты ауҙарыр алдынан уның олоно ниндәй, ботаҡтары ҡайһы яҡта күберәк икәнен, елдең ҡайһы яҡҡа иҫкә­нен самаларға кәрәк. Шунан уның киҫ­кәндән һуң ҡайҙа ауырын да беләһең.


Бысҡы ағас олонона 45 градус мөйөш яһап инеп китергә тейеш. Был да уның ауыу йүнәлешен билдәләй. Судьялар был мөйөштө лә, ағас ҡолағандан һуң олондоң ҡыр­ҡылмай ҡалған еренең ҡалын­лығын да үлсәй, хәүефһеҙлек техникаһының нисек күҙәте­леүен дә тикшерә. Яңылыш­тыңмы – штраф очкоһы. Ағасты йығыу өсөн айырым зона бү­ленә, унан ситкә сыҡмау хатта оҫталар өсөн дә еңел бурыс түгел.


Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин әйтеүенсә, республикала урман сәнәғәте комплексын үҫтереү­ҙең 2030 йылға тиклемге стра­тегияһы ҡабул ителгән. Ул урман үҫтереү менән бергә ағас әҙерләү күләмен артты­рыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ағас эшкәртеү продукцияһына ихтыяж бик ҙур, шул иҫәптән – донъя баҙа­рын­да. Был йүнә­лештә заман талап иткәнсә йылдам барыуҙың нигеҙен юғары квалификациялы белгестәр билдәләй.


– Стратегияны уңышлы тормошҡа ашырыу ниәтендә яңы техника ла күп алына, – ти урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Күптән түгел, мәҫәлән, ике комплекс форвас­тер, урман комбайны тип йөрөтөлгән күп операциялы машина алдыҡ, Белоруссияла белгестәр уҡытып ҡай­тарҙыҡ.


Төрлө номинацияла иң яҡшы күрһәткескә өлгәшкән урмансылар­ҙан йыйылма команда төҙөләсәк һәм ул Рәсәй буйынса быйыл сентябрь аҙағында үтәсәк ярышта ҡатнашасаҡ. Әйткәндәй, былтыр республика командаһы иң яҡшы де­бют өсөн кубокка лайыҡ булғайны. Шун­дай тәжрибә һәм таһыллыҡ менән быйыл да һынатмаҫтар тип ышанғы килә.
Читайте нас