Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 00:13

Йөрөй алмағас, янып үлер ине...

Уҙған йомала Салауат районының Миндеш ауылында янғын сыға. Ағастан һалынған шәхси йортто ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ут ялмап ала.

"Йүрүҙән" гәзитенән
"Йүрүҙән" гәзитенән
Уҙған йомала Салауат районының Миндеш ауылында янғын сыға. Ағастан һалынған шәхси йортто ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ут ялмап ала.
Был ваҡытта өйҙә 1-се төркөм инвалиды бер үҙе, ә йорт хужабикәһе дауаханаға киткән булған. Янғын сыҡҡанын тойһа ла, аяҡтары йөрөмәү сәбәпле, йорттан сығып китә алмай.
Был хәл фажиғә менән тамамланыр ине, бәхеткә күрә, күрше егет Илнар Зарипов утты күреп ҡалып, ярҙамға ашыға. Әммә үҙе генә ирҙе сығара алмағас, ярҙамға атаһы Булатты саҡыра. Аталы-уллы инвалидты янған йорттан һөйрәп сығарып, уны үлемдән ҡотҡара.
Ваҡиға урынына килеп еткән Салауат районының 89-сы янғын-ҡотҡарыу часы утты һүндерә, әммә йорттан көл-күмер генә ҡала. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, янғын соланда торған һыуытҡыстан сыҡҡан.
Читайте нас: