Быйылғы йәй әллә ниндәй булды ул, әле бер банктан аҡса урлайҙар, йә икенсеһенән ҙур ғына сумма сәлдерәләр. Теге төбәкте һыу баҫҡан, ә башҡа урындарҙа янғын ҡотора. Киң мәғлүмәт саралары ошондай хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәр итеп өлгөрмәй, яңыһы ҡалҡып сыға.
Өфө ҡалаһынан бишенсе класс уҡыусыһы, мәҫәлән, йәйге каникулын файҙалы үткәреү урынына, граната шартлатырға янап, биш миллион һум аҡса таптыра.
ProUfu хәбәр итеүенсә, 12 йәшлек мәктәп уҡыусыһы 112 телефон һаны буйынса шылтыратып, уға биш миллион һум аҡса күсереүҙәрен талап иткән. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, йәш үҫмергә ҙур күләмдәге сумма нимәгә кәрәк булғандыр. "Әлегә был ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарынан комментарий көтәбеҙ", тип белдерә ProUfu.