Учалы районы ауылдарының береһендә бер ир үҙенең танышын үлтереүҙә ғәйепләнә, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, компания иҫерткес эсемлектәр эсеп кәйеф-сафа ҡора. Аҙаҡ ниндәйҙер сәбәп арҡаһында икәү араһында ғауға сыға, низағ барышында йорт хужаһы 38 йәшлек танышының йөҙөнә бер нисә тапҡыр ҡаты ғына итеп һуға. Тән йәрәхәте алған ир янъялсының йортон ташлап ҡасмаҡсы була, әммә иҫерткес эсемлектән башы томаланған 29 йәшлек йорт хужаһы танышына ташлана һәм быуа башлай. Һөҙөмтәлә "ҡунаҡ"тың умыртҡа һөйәгенең муйын өлөшө һынып сыға. Уны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Алған йәрәхәттәр үлемесле була, ир кеше 14 көндән һуң дауаханала вафат була.