Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2019, 20:38

Эшкә кил дә күҙһеҙ ҡал инде...

Йәмле июль иртәһендә 32 йәшлек электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Өфө нефть промыслалары заводына эшкә килә.

kr74.ru
Йәмле июль иртәһендә 32 йәшлек электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Өфө нефть промыслалары заводына эшкә килә.
Һәм унда ауыр йәрәхәт ала. Бер тимер деталде бороп ысҡындырғанда асҡыс ысҡынып китеп, уның уң күҙен яралай.
Белгестәр был ауыр хәлдең эштәге етешһеҙлектәргә бәйле булыуын асыҡлай. Эшсегә шәхсән һаҡланыу әйберҙәре бирелмәгән һәм хеҙмәт ҡағиҙәләре буйынса уҡытыу уҙғарылмаған.
Бының өсөн завод етәкселегенә 270 мең һум штраф һалынған. Әммә был ир-егеттең һаулығын кире ҡайтармаҫ шул...