Ошо көндәрҙә Һамар өлкәһендә “iВолга 2.0” йәштәр форумын ябыу тантанаһы үтте. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашты.
Форумда Башҡортостан командаһы үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 1 миллион 940 мең һумлыҡ һигеҙ грант отто. Иң ҙур грант – әүәлге “iВолга”ның еңеүсеһе Анастасия Конобеевала. Эксперттар берләшмәһе уның “Тыуған яҡты өйрәнеү оҫтаханаһы” социаль проектын үҫтереүгә 550 мең һум бүлде.
Фото: БР буйынса Баш федераль инспектор сайтынан.